Ғәлиева Глүсә Хисәметдин ҡыҙы
Доньяға ҡарашым: был тормошта үҙ урыныңды табып, шул йүнәлештэ үҫеп, тирә-йүндәгеләргә ҡыуаныс өләшеп йәшәү – оло бәхет
Асҡын ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы
Минең хаҡта бер аҙ
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Матур алтын көҙ айында

Мин доньяға килгәнмен.

Татлы шишмә һыуҙарын

Тәмләп-тәмләп үҫкәнмен.

 

Моңло йырҙар тыңлап үҫтем

Ғашиҡ моңдар илендә.

Башҡорт ҡыҙы булғаныма

Бик бәхетле илемдә.

 

Кескәйҙәрем көтөп тора

Һәр көн иртән һағынып.

Шат йөҙҙэрҙе күреү менән

Дәртем тора атлығып.

 

Башҡортостан-Тыуған илем,

Ғәзиз еребеҙ беҙҙең!

Гел шатлыҡта, кыуаныста,

Үтһен көнөбөҙ беҙҙең!

Ғәлиева Г. Х.

Һөнэрем: юғары категориялы тәрбиәсе.


Педагогик стажым: 24 йыл

Маҡсатым: Һәләтле, ижади, белемле, рухлы, мәҙәниәтле шэхес тэрбиәләү.

Тормош девизым: Заман һулышын тойоп, заман менән бергә атлау, һәр саҡ алға барырға, тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яуларға.

Яратҡан шөғөлдәрем: халҡымдың бороңғонан килгән йолаларын өйрәнәм, байрам сценарийҙары яҙырға һәм үткәрергә, йырларға яратам.
Ҡаҙаныштар мөйөшө

Тәрбиәсе һөнәре — ысын мәғәнәһендә һөнәрҙәр һөнәре. Шуға күрә был һөнәрҙе һайлаған кеше үҙе лә ғәжәп дәрәжәлә тәрбиәле, белемле булырға тейеш. Сөнки ул баланы белеме менән генә түгел, килеш — килбәте, холҡо, һөйләү мәҙәниәте, яҡты йөҙө, күңел паклығы менән дә тәрбиәләй

Беҙҙең балалар баҡсаһы тураһында мәғлүмәт

Балалар баҡсаһының барлыҡҡа килеү датаһы: 1950 йыл

Ойоштороусыһы: Асҡын районы Хакимиәте

Хакимиәт башлығы: Йосопов Денис Радис Улы

Тулы исеме: Башҡортостан республикаһы Асҡын районы муниципаль районы Асҡын ауылының дөйөм үҫешеүсе «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы Муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы.

Юридик адрес: 452880, Башҡортостан республикаһы, Асҡын районы, Асҡын ауылы, Калинин урамы, 4.

Фактик адрес (урынлашҡан урыны): 452880,Башҡортостан республикаһы, Асҡын районы, Асҡын ауылы, Калинин урамы, 4.

Эш графигы: 08.00-дән 18.30-ға тиклем биш көнлөк эш аҙнаһы режимында, ял көндәре (шәмбе-йәкшәмбе һәм байрам көндәре)

Телефон: 8(34 771) 2−14−28

E-mail:dmadou@mail.ru

Бәйләнеш йөҙө: Ғәләүетдинова Дилбәр Марсель Ҡыҙы — мөдир

Норматив хоҡуҡи документтар

Методик эшләнмә

Ата-әсәләр өсөн

Балалар өсөн

Фото һәм видео галерея

Кире бәйләнеш

Ҡунаҡ китабы

This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website