Конспекттар һәм сценарийҙар
Тема: «Ҡуян менән терпе» (дәрес-сәйәхәт).
Маҡсат: башҡорт халыҡ әкиәте менән таныштырыу, әкиәтте тыңларға, коллаж ярҙамында һөйләргә өйрәтеү, хәтер, иғтибарҙарын туплау, үҫтереү, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Ьүҙлек эше: шаҡый, йәшергән, ҡаҙалған.
Типик грамматик конструкциялар: Төлкө ишек шаҡый. Терпе ҡуянды йәшергән. Терпенең энәләре төлкөгә ҡаҙалған.
Йыһазландырыу: коллаж, хат, кәрзин, бәшмәктәр, пластилин.
Дәрес барышы
Тәрбиәсе хат индерә.
—        Балалар, беҙгә кемдер хат ебәргән. «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһының уртансылар төркөмө балаларына — ҡуяндан, тип яҙылған.
Тәрбиәсе хат уҡый: «һаумыһығыҙ, балалар! Мин әкиәт илендәге ҡуян. Мин һеҙҙе әкиәт иленә ҡунаҡҡа саҡырам. Минең турала бик матур башҡорт халыҡ әкиәтен белеп ҡайтырһығыҙ. Ҡаршылыҡты уңышлы үтһәгеҙ әкиәт иленә килеп тә етерһегеҙ. Уңыштар һеҙгә! Сәләм менән Ҡуян».
—        Балалар, әкиәт иленә барабыҙмы?
—        Эйе, әкиәт иленә барабыҙ.
—        Ҡаршылыҡтан ҡаушап ҡалмаҫһығыҙмы?
—        Юҡ, ҡаушамабыҙ.
—        Әкиәт иленә серле балаҫҡа ултырып барабыҙ, күҙҙәребеҙҙе йомдоҡ.
Ос һин, серле балаҫым,
Алыҫ-алыҫ араға.
Балаларҙы алып бар Әкиәтле урманға.
—        Күҙҙәребеҙҙе астыҡ.
—        Балалар, беҙ әкиәт иленең урманына килеп тә еттек. Ҡарағыҙ әле, ерҙә серле япраҡ ята. Ҡуяндың хатында әйтелгән ҡаршылыҡ булыр. Япраҡтың артына нимәлер яҙылған.
Йомаҡ. Олоһо ла, кесеһе лә эшләпә кейгән. (Бәшмәк).
—        Кәрзингә бәшмәктәрҙе айырып һалырға кәрәк: бер кәрзингә ағыулы, икенсе кәрзингә ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙе.
Балалар бәшмәктәрҙе айырып кәрзингә һалалар.
—        Афарин, был ҡаршылыҡты бик уңышлы үттек. Әкиәт иленә килеп тә сыҡтыҡ. Ниндәйҙер бер өй ултыра.
—        Был ҡуяндың өйө.
—        Хәҙер мин «Ҡуян менән терпе» тигән әкиәт һөйләп ишеттерәм.
Тәрбиәсе коллаж ярҙамында әкиәт һөйләй.
Урманда ҡуян йәшәгән. Терпе уның күршеһе икән. Ҡуян күршеһен ҡунаҡҡа саҡырған. Терпе бик теләп ҡунаҡҡа барған. Ҡуян уны бик һәйбәт һыйлаған. Улар һөйләшеп ултырғанда кемдер ишек шаҡыған. Терпе тәҙрәгә күҙ һалған.
·              Был төлкө. Ул беҙҙе ҡурҡытырға килгән, — тип ҡалтырана башлаған Ҡуян.
Терпе Ҡуянды йәшергән дэ, ишекте асып, үҙе тиҙ генә ултырғысҡа менеп ятҡан. Төлкө «йылп» итеп ултырғысҡа ултырған. Терпенең энәләре төлкөгә ҡаҙалғас, төлкө артына ла ҡарамай өйҙән сығып ҡасҡан.
·              Әкиәт оҡшанымы?
·              Эйе, оҡшаны.
Балалар һорауҙар ярҙамында әкиәтте һөйләп өйрәнәләр. Куңынан коллаж ярҙамында әкиәтте үҙ аллы һөйләйҙәр.
·              Балалар, беҙгә ҡайтырға ла ваҡыт етте.
Төркөмгә ҡайтҡас һәр бала үҙенә оҡшаған әкиәт геройын әүәләй.

«Өләсәйем һандығы»
Тема: Ҡорама йәбештереү
Әҙерлек төркөмөндә дәрес- конспект
Маҡсат: Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, сәнғәте тураһында белемен асыҡлау һәм нығытыу;
Өлкәндәрҙең хеҙмәтенә хөрмәт тәрбиәләү (өләсәйҙәрҙең);
Башҡорт халҡының сәнғәте ҡорама менән таныштырыу;
Геометрик фигураларҙан ҡырҡылған тауар киҫәктәрен ҡағыҙға теҙеп һалып төрлө биҙәктәр яһау һәм йәбештереү;
Башҡорт халыҡ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу һәм кешеләрҙең хеҙмәтенә ихтирам хеҙмәт һөйөү сифаттары тәбиәләү.
Материал: Башҡорт мөйөшө,һандыҡ,балаҫтар,ҡорама түшәктәр,сигелгән таҫтамалдар, теген машинаһы ,компьютер презентация өсөн.
Балаларға һүҙгә анализ яһау өсөн пеналдар,геометрик фигуралар биҙәктәр төҙөү өсөн, ҡырҡылған тауар киҫәктәре ,елем.
Башҡортостан республикагимны көйө уйнай
Балалар һеҙ ниндәй йыр тыңланығыҙ?
Дөрөҫ, балалар был Башҡортостан халыҡ гимны.
Беҙҙең республикабыҙ нисек атала? (Дөрөҫ Башҡортостан)
Ни өсөн Башҡортостан тип атала икән?
Сөнки, беҙҙең милләтебеҙ башҡорт, башҡортса һөйләшәбеҙ. Беҙҙең, республикала тағы ниндәй милләт халҡы йәшәй? (рус, татар, мари,сыуаш украин)
Эйе, дөрөҫ төрлө милләт халҡы йәшәй беҙ улар менән татыу һәм дуҫ.
Һәр халыҡтың үҙенә күрә гөрөф-ғәҙәте бар. Әйҙәгеҙ, хәҙер балаҫҡа ултырайыҡ та компьютерға ҡарап үтәйек.
(Борон башҡорттарҙын йәшәүеше тураһында презентация).
Балалар бына бында беҙ мөйөшкә башҡорт өйө эшләп ҡуҙыҡ. Һәр өйҙә һандыҡ булған был һандыҡта бик ҡиммәтле генә әйберҙәр ятҡан, байрамға кейә торған кейемдәр,иҫтәлекле әйберҙәр, үҙҙәренең биҙәнгес әйберҙәре.
Бөгөнгө дәрес тең темаһы «Өләсәйем һандығы» Өләсәйҙәр һандыҡты бик ҡәҙерләп тотҡандар , ул түрҙә мөйөштә ултырған. Беҙҙә һандыҡты асып ҡарайыҡ әле: (һандыҡ өҫтөндә йомғаҡ ята) Был йомғаҡта өләсәйҙәр тураһында ҡәҙерле һүҙҙәр йәшенгән .Әйҙәгеҙ, түңәрәккә баҫтыҡта серле йомғаҡты тағатайыҡ, ниндәй ул өләсәйҙәр: (яғымлы,егәрле,һөйкөмлө,зирәк,эшсән,өлгөр,алсаҡ, әкиәтсе,сос,бала күңелле,йомаҡсы,иманлы һ.б.)
Уйын « Серле йомғаҡ»
Эйе,өләсәйҙәр турыһында бик матур һүҙҙәр әйтегеҙ: АФАРИН.
Һеҙҙең тәмле һүҙҙәрҙән бүлмәбеҙ ҙә яҡтырып ,йылынып китте.
Хәҙер инде өләсәйҙәр ҡәҙерләп һаҡлаған һандыҡты асайым.Был нимә ул? (ҡумыҙ) Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. Хәҙер беҙгә ҡумыҙ ҙа Гөлдәр Шарифовна уйнап ишеттерә. Бик матур көй сыға рәхмәт.
 Ҡайҙа был һандыҡ эсендә тағы нимәләр ята икән. (Ласкуттар сығарам).Борон өләсәйҙәр ҡышҡы оҙон кистәрҙә ошондай ҡорама теккәндәр(ҡорама түшәктәр күрһәтәм) бәләкәсәйеп ҡалған балаларынын иҫке күлдәктәрен башҡа кейем һалымдарын һәйбәт урындарын ҡырҡып алып ласкуттарға ҡырҡып ҡорама түшәк эшләгәндәр ултырғыс ябыуҙары йылы юрған теккәндәр. Беренсе улар йыуғандар йыуып үтекләгәндән һуң , арыу матур урындарын төрлө геометрик фигураларға ҡырҡып парлап теккәндәр. Туҡыма төрҙәре төрлө була (таныштырып үтәм тауар төрҙәре менән: кейеҙ, драп, ситец, шелк)
(әҙер тегелгән ҡорамаларҙы теген машинаһында тегеп күрһәтәм.)
Әйҙәгеҙ ,өҫтәл артына ултырайыҡ.
Балалар нимә ул ҡорама?
 Ҡорама һүҙенә анализ яһау.Нисә ижектән тора? Нисә һуҙынҡы өн бар? Ниндәйҙәр? Беренсе өн ниндәй? һуҙынҡы әллә тартынҡымы? Хәҙер өн пеналын алабыҙҙа ҡорама һүҙенә анализ яһағыҙ.
Һеҙҙең алдығыҙҙа конверттарза геометрик фигуралар ята, шулар менән бирелгән схемаға ҡарап биҙәк төҙөгөҙ.
Тема:   Сәскә ат, тыуған Башҡортостан!
Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн байрам сценарийы.
Сәхнә байрамса биҙәлгән. Талғын ғына музыка аҫтында балалар һәм тәрбиәселәр залғ а инәләр. Балаларҙың ҡулдарында япраҡтар. Теҙелешеп 4 рәткә торалар.
”Танец с листьями”
Бейеуҙән һуң урындарына баҫалар.
  Алып барыусы: Хәйерле көн, балалар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам!Һәр кешенең тыуған көнө булған кеуек, илдәрҙең дә барлыҡҡа килгән көнө була. Беҙ бөгөн яратҡан байрамдарының береһе Башҡортостан республикаһы көнөн билдәләйбеҙ.
  Алып барыусы: Каждому из нас близко и понятно слово «Родина». Родина, это место, где мы родились, где жили наши родители, дедушки и бабушки и наши далекие предки. Здесь все нам близко и знакомо: язык, быт, обычаи и традиции народа. Здесь живут наши друзья, близкие нам люди.
1. Тыуган ерем — Уралтау
Балҡып нурланып ята.
Иртәләнеп алланып
Якты тандары ата.
2. Башкирия, мой край, родной
Трудолюбивая земля!
Сияя щедрой красотой
Цветут сады, шумят поля
3. Башҡортостан – һин беҙҙең
Тыуып үҫкән илебеҙ
Беҙгә икмәк, өй биргән
Һыуын эскән еребеҙ!!!
4. Башкирия! Моя земля и небо,
Моя любовь, мой соловьиный край.
Мне жаль того, кто здесь ни разу не был
Мне жаль того, кому еще не пел курай!
5.Великую землю, любимую землю                                  
Где мы родились и  живём.                                                    
Мы Родиной светлой, мы Родиной милой.                                      
Мы Родиной нашей зовём.              
6.Мәңге йәшә һин,
Тыуған илгенәм
Балҡы һин, ҡояш
Яҡтыр көн генәм!
Йыр “Ватан” Ф. Гершова музыкаһы.
Йырҙан һуң урындарына ултыралар.
Звучит курай. Алып барыусы:
Голос птиц, мелодии рассвета,
Все передает тростинка эта
Он слов не говорит, наверняка,
Хотя и голос есть, да нету языка
Там, где родились мы,
   И тростник поет
    Спросите, что это,
   Каждый назовет!
Алып барыусы: Эйе, дөрөҫ, был ҡурай. Ә ҡайҙа үҫә ул ҡурай?
Слайд 2.Ҡурай үләне Урал тауҙарында ғына үҫкән тәбиғи үҫемлек. Ошо үләндән музыкаль инструмент яһайҙар ҙа инде. Һабаҡты ҡырҡып алалар һәм 5 уйым яһайҙар.Ҡурайҙа өрөп уйнайҙар.
Слайд 3.
Алып барыусы: Балалар ,ҡарағыҙ әле, бына миндә тылсымлы ҡурай сәскәһе бар, тик ел уны тирбәтеп сәскәнең таждарын туҙҙырып ташлаған. Һанай ҙа, һорай, ни эшләп 7? Эйе, ҡурайҙың 7 тажы - 7 ырыуҙы белдерә, уларҙың башҡорт халҡының (7) Ҡурайҙың Һәр бер тажында һорау яҙылған, уларға яуап тапһаҡ, ҡурай сәскәһен йыйып буласаҡ. Һеҙ әҙерһегеҙме?
2 – се алып барыусы: 1 – се тажын алайыҡ әле. Ер йөҙөндә һәр бер илдең, республиканың 3 билдәһе бар, йәки символы . Әйтегеҙ әле, нисек атала улар?
(балаларҙың яуаптары)
Слайд. Флаг, герб, и гимн.
Отдельно слайд  флага:
1 - се символ- республикабыҙҙың дәуләт флагы.Ниндәй төҫтәрҙән тора ул флаг? Дәуләт флагында өҫтән аҫҡа зәңгәр, аҡ, йәшел төҫтәр бар. Нимәне аңлата һуң был төҫтәр? Зәңгәр төҫ – күк йөҙөн, ғәҙеллекте, теләктәрҙең сафлығын аңлата. Ағы – татыулыҡты белдерә.Йәшеле – ер йөҙөн иҫкә төшөрөп тора. Ул азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелек билдәһе. Ә ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы. Афарин, беләһегеҙ икән! 
2 – се дәуләт символы ул - герб. Уның авторы - рәссам Фазлетдин Ислахов.Герб нимәнән тора? (балалрҙың яуабы)Дөрөҫ,балалар, герб –түңәрәк эсендәге беҙҙең батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора.
3 – сө символы булып гимн тора. Гимн – Башкортостан республикаһының иң төп , тантаналы йыры булып һанала. Гимндың авторы - композитор Фәрит Иҙрисов. Гимнды ҡайҙа ишетергә мөмкин? (радио, телевидениела).Гимн матурлыҡты данлай, беҙҙең күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Шуға уны һәр саҡ баҫып тыңлайҙар.
(Звучит гимн) Тыңлағандан һуң урындарына ултыралар.
-Алып барыусы: беренсе һорауға яуап таптыҡ, икенсе тажды алайыҡ әле. Ҡыҙҙар бейеуен ҡарап алайыҡ, тип яҙылған.
Танец девочек “Кукушка” Урындарына ултыралар.
-Алып барыусы: Икенсеһенә лә яуапты ла таптыҡ.
Алып барыусы: Киләһе тажында нимә көтә икән беҙҙе? Тыуған ил тураһында мәҡәлдәр әйтеп китегеҙ. 
Алтын- көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.
·       Ил ҡәҙерен белмәгән - башын юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән - ашын юғалтҡан.
·       Ир аҡылы - бер алтын, ил аҡылы – мең алтын.
·       «Халҡым» тигән ир - алтын.
·       Ир- егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.
·        Ил эшенең иртәгәһе маҡтаулы.
·       Мал торған ерен онотмаҫ, егет тыуған илен онотмаҫ.
·        Илең ни күрһә, һин дә шуны күрерһең. 
Алып барыусы: Афарин, бик күп беләһегеҙ икән мәҡәлдәр.3 сө таждың да һынауын сос үттегеҙ.Ҡурай сәскәһенә оҡшай башланы шикелле. Шулаймы балалар?
Алып барыусы: 4 – се тажды ла, алайыҡ, һынауын үтәп ҡарайыҡ.Ә хәҙер батырҙар йырлар- бейеп күрһәтһен.
Йыр “Мин – башҡорт балаһы”(малайҙар)
Алып барыусы: Афарин, малайҙар! Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән 4 – се тажды ла йыйып ҡуйҙыҡ.
Алып барыусы: Киләһе тажда ниндәй һынау көтә икән? Һеҙ ниндәй милли башҡорт уйындарын беләһегеҙ ?(әйтеп китәләр).        Әйҙәгеҙ, әле шуларҙың береһе “Тирмә” не уйнап алайыҡ.
Уйнағандан һуң урындарына ултыралар.
Алып барыусы: Балалар, нисә тажды йыйҙыҡ беҙ? 5.
Алып барыусы: Алтынсыһын да алайыҡ, яуабын табып ҡарайыҡ. Әйҙә әле, баҫ, баҫ,
Йырлап, бейеп күңел ас!
Халҡыбыҙҙың көйҙәре
Бер ҡасан да ялҡытмаҫ!
Ҡыҙҙар менән малайҙар бергә бейеу башҡарһын. Әйҙәгеҙ, әле .
Танец с тканью “Хан ҡыҙы“
Алып барыусы: берҙәмлектә - көс тиҙәр, бергәләп был һынауҙы ла үттек.
Алып барыусы : Иң һуңғы 7 –се тажына ла килеп етттек. Башҡортостан тураһында шиғырҙар һөйләп китегеҙ. Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙ таждарҙан ниндәй матур ҡурай сәскәһе һеҙҙең менән йыйып ҡуйҙыҡ. Ә хәҙер әйҙәгеҙ, шиғырҙарға күсәйек.
1.Мы рассказать хотим о том,
Как мы живем в краю родном.                          
Мой край, родной Башкортостан,
Ты лучше всех далеких стран.                    

2.Башҡорт иле – изге төйәк,
Дуҫ йәшәй барса милләт.
Киң күңелле халҡым өсөн,
Дуҫлыҡ көсө бик ҡиммәт.
3.Ҡотло булһын ҙур байрамың,
Республикам, бергенэм
Сәскә ат һәм тыныслыҡта 
Йәшә ғәзиз ергенәм!

“Тыуған илем – Башҡортостан” .
Республика көнөнә арналған сара сценарийы.
Маҡсаттар: - балаларҙы Башҡортостан Республикаһының символикаһы менән таныштырыу, өлкәнләрҙе, тәрбиәсене иғтибар менән тыңларға өйрәтеү;
йомаҡтар аша балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, тиҙлек, телмәрен үҫтереү;
тыуған илде һөйөргә, ҡәҙерләргә һәм уның менән ғорурлана белергә өйрәтеү.
Йыһазландырыу: Башҡортостандың гербы, флагы, ҡурай, гимн көйө, ҡурай сәсәкәһе, уйындар өсөн атрибуттар.
                                 Сара барышы.
Тәрбиәсе: М.Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырынан өҙөк уҡый.
          Ер шарының картаһына
          Ҡараһаң яҡшы ғына.
          Башҡортостан шул картала
          Бер япраҡ саҡлы ғына.
          Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
          Бер япрағы ни бары.
          Ә, ҡайыны Бөйөк Рәсәй,
          Шундай йәшел, юғары.
  Тәрбиәсе: - Оҡшанымы шиғыр? Был шиғырҙа нимә тураһында һөйләнә? (Яуаптар).
 Тәрбиәсе: - Дөрөҫ, был шиғыр беҙҙең Республика тураһында. (Башҡортостан картаһы эленә). Был беҙҙең республикабыҙҙың картаһы. М.Кәримдең шиғырында ла ошо карта тураһында яҙылған. Эйе, Рәсәй картаһында Башҡортостан бер япраҡ саҡлы ғына күренә, шағирҙа шулай сағыштырған. Ысынлап та, балалар, беҙҙең Республикабыҙ бәләкәй генә, ә шуға ҡарамаҫтан ул бик бай: тарихҡа, урмандарға, йылғаларға, бейек-бейек тауҙарға, ҡош һәм йәнлектәргә. Башҡортостан тағы ла үҙенең батыр улдары, матур ҡыҙҙары менән дә данлыҡлы, унда күп милләт халыҡтары йәшәй: урыҫтар, башҡорттар, сыуаштар, татарҙар һәм башҡалар.
 11 октябрь беҙҙең республикабыҙҙың тыуған көнө. Ул Республика көнө тип атала. Тыуған көнгә сәскәләр бүләк итәләр.Бөгөн беҙ ҙә тыуған илебеҙҙе ҡотлап матур-матур сәскәләрҙән гөлләмә төҙөйөк. Бының өсөн әйҙәгеҙ, серле урманға сәйәхәткә китәйек. (таяҡҡа тотоноп, күҙҙәрен йомалар).
Бына беҙ урманға килеп тә еттек. Ҡарағыҙ әле, ҡайһылай матур сәскәләр үҫә бында. Тик был сәскәләр бик серле. Уларҙы былай ғына өҙөп булмай,ә уларҙың теләктәрен үтәргә кәрәк. Теләктәрен үтәргә һеҙ әҙерме? (Эйе).
Улайһа тәүге сәскәне өҙәйек. Уның теләге: “Башҡортостан тураһында шиғырҙар ятлағыҙ”.
1.      Башҡортостан
Тыуған илем,
Ул бит һаҡлай
Туған телем.
2.      Ул бит һаҡлай
Яҡты көнөм
Бирә миңә
Аҡыл, белем.
3.      Башҡортостан
Тыуған ерем
Әсәйемдәй
Берҙән-берем.
4.      Башҡоростан
Минең Ватан
Яратамын
Бала саҡтан.
Һай, афариндар. Икенсе сәскәне өҙөр ваҡыт етте. Ул беҙгә һорауҙар әҙерләгән. Яуап бирәйекме?
Беҙҙең республиканың исеме? (Башҡортостан)
Уның ниндәй символдарын беләһегеҙ? (Герб, флаг, гимн)
Флагтың төҫтәрен һанағыҙ. (Күк, аҡ, йәшел).- Флагты төҙөү.
Афариндар. Был сәскә бик моңло икән. Уның йырын тыңлағыҙ әле. (Гимн тыңлатыу). Балалар, был гимн тип атала. Ул беҙҙең республикабыҙҙың бер символы.
Ул шундай көслө.
Үрә баҫтылар
Оло һәм кесе.
Гимн яңғырай
Ул шундай көслө.
Ватанын уйлай
Тыңлаған кеше.
Эстән ант бирә
Һөйөргә илен,
Һөйөргә халҡын
Һәм туған телен.
Гимн яңғырай
Ул шулай көслө.
Тыңлаһам уны.
Ҙур үҫәм төҫлө.
Сәскә һеҙгә йырлап күрһәтте. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә уға йырлап күрһәтәйек әле. (“Башҡортостан” йыры).
-Киләһе сәскә беҙгә ошо һорауҙы бирә. “Был нимә ул?” (тирмә).
Башҡорттар элек-электән ошондай тирмәләрҙә йәшәгәндәр. Әйҙәгеҙ, беҙ “Тирмә” уйынын уйнап алайыҡ.
Киләһе сәскәнең һорауы.
Башҡорттарҙың милли геройы кем ул? (Салауат Юлаев)
Ул ниндәй булған? (Көслө, батыр)
Эйе. Салауат – үлмәҫ батыр
Батыр,үҙе матур
Ғорур, көслө Салауат
Бөркөт төҫлө Салауат.
Уның тоғро дуҫы нимә булған? (Ат)- Атта сабышыу.
Алтынсы һорау. Тәрбиәсе: - Балалар, тыңлағыҙ әле, ниндәй көй ишетелә? Моңло башҡорт көйөн уйнап, беҙгә ҡунаҡ килгән бит. Әйҙәгеҙ ҡаршы алайыҡ. Был кем? Ниндәй музыка ҡоралы тотҡан? (Балаларҙың яуаптары.)- Айгөл Вәлитовна ҡумыҙҙа уйнай.
Етенсе һорау. Ниндәй башҡорт аш-һыуҙарын беләһегеҙ? (Ҡымыҙ, бал, бишбармаҡ). Башҡорт халҡы борондан ҡунаҡсыл халыҡ булған. Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы тиҙәр, мин дә һеҙгә күстәнәс әҙерләнем, бауырһаҡ бешерҙем. Бергәләп сәй эсербеҙ.
Афариндар. Бына гөлләмә лә йыйҙыҡ. Нимә килеп сыҡты? (Ҡурай сәскәһе).
Эйе. Уның нисә тажы бар? (ете)
Ете һаны башҡорттар өсөн изге һан: ете ырыу, ете таж, ете ҡыҙ һ.б.(кире ҡайталар).

Һеҙ тыуған илегеҙҙе яратаһығыҙмы?Улайһа, уны ҡотлап йыр йырлайыҡ. “Мин үҙемде яратам”.

Башҡорт халыҡ уйындары
Алыш 
Уйнаусылар сүкәйгән килеш тубыҡтарына ҡайыш йәки йүкәнән яһалған дүңгәләк кейәләр. Ҡулдар тубыҡ аҫтына ҡыҫтырыла. Балалар шул килеш һикергеләп йөрөй һәм бер-береһен, ҡулбаштары менән төртөп, йығырға тырыша. Йығылғаны уйындан сыға бара.
Кем аунамай ҡала, шул еңеүсе була. Был уйынды икегә бүленеп тә уйнарға була.
Аяна алтын, кейенә көмөш
Уйнарға теләүселәр түңәрәккә баҫа. Һанашмаҡ әйтеп, бер көтөүсе һайлана. Уны уртаға сығарып, күҙен бәйләйҙәр. Түңәрәк ҡап уртаға бүленеп, ике рәт барлыҡҡа килтерә һәм ҡара-ҡаршы әйтешәләр:
– Күктә-күктә ниҙәр бар?
– Буҙ сәкмәнле йылан бар.
– Күкрәгендә ниҙәр бар?
– Тәңкә менән йофар бар.
– Тәңкәләрен бир миңә?
– Ниңә бирәйем һиңә.
– Йофарҙарын бир миңә?
– Ник бирәйем мин һиңә.
Ике рәт бер юлы: “Аяна алтын, кейенә көмөш”,- ти ҙә төрлө яҡҡа таралышып ҡаса. Шул ваҡытта күҙе бәйләнгән көтөүсе берәйһен тотоп ҡалырға тырыша. Тота алһа, тотолғандың күҙен бәйләйҙәр, тота алмаһа, үҙе тағы көтөүсе булып ҡала. Уйын яңынан башлана.
Аҡ тирәк-күк тирәк 
Балалар уҙаҡлашып икегә бүленеп бер-берһенән 20—30 метр йыраҡлыкта теҙелеп баҫалар. Уйнаусылар бер-берһе менән ҡулға-ҡул тотоношалар. Беренсе яктағылар икенсе яҡтағыларға ҡысҡырып таҡмаҡлайҙар:
Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ,
Ат башында кимерсәк.
Аҡ тирәк- күк тирәк
беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Ҡаршы яҡтағылар яуап бирәләр:
Ҡап- ҡап ҡабырсыҡ,
Ҡабырсығым кимерсәк,
Уҡ аттым, батманы,
Һәмгелсәгем ҡатманы,
Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк,
Энә менән еп тә кәрәк,
Ҡашығаяҡ йыуылмаған,
Аҡ тирәк күк тирәк
Ал да кәрәк, гөл дә кәрәк,
Беҙгә иң матур йырсыбыҙ
Алма атлы ҡыҙ кирәк.
Исеме сыҡҡан уйынсы ҡаршы яктар сафын йүгереп барып өҙөп сығарға тырыша. Өҙә алһа, бер уйынсыны эйәртеп үҙ яғына алып ҡайта. Өҙә алмаһа, шул яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә, бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә.
Ҡара-ҡаршы әйтешеп уйнау
— Һике аҫтында май ҡайҙа?
— Сысҡан ашаған.
— Сысҡан ҡайҙа?
— Һалам аҫтында.
— Һалам ҡайҙа?
— Үгеҙ ашаған.
— Үгеҙ ҡайҙа?
— Һаҙға батҡан.
— Һаҙ ҡайҙа?
— Һайыҫҡан соҡоған.
— Һайыҫҡан ҡайҙа?
— Кәртә башында. 
— Кәртә ҡайҙа?
— Утта янған.
— Ут ҡайҙа?
— Көл булған.
— Көл ҡайҙа? 
— Күккә осҡан.
Бәшмәк йыйыу
Балалар түңәрәккә баҫа. Уйынды ойоштороусы ике уйынсыны түңәрәк эсенә саҡырып сығара һәм уларҙың күҙҙәрен бәйләй. күҙе бәйләнгәндәрҙең аяҡ аҫтына "бәшмәк" рәүешендәге бер нисә әйбер ҡуйыла.
уйынды ойоштороксы күҙе бәйләнгәндәргә бер минут эсендә "бәшмәктәр"ҙе йыйып бөтөрөргә ҡуша. Түңәрәк эсендәгеләр төртөшә-төртөшә "бәшмәк" йыя башлайҙар. Кем билдәләнгән ваҡытта күп "бәшмәк" йыйып өлгөрә, шул еңе-се тип иғлан ителә. Түңәрәк эсенә башҡа уйнаусылар сыға.
Был уйынды ике тигеҙ төркөмгә бүленеп тә уйнарға була.
Кем алда өлгөрә?

Ике бала, ҡара-ҡаршы тороп, бауҙың остарын тота. Уларҙың һәр береһе яғында, ике метр алыҫлыҡта, берәр түмәр ултыртыла.

Сигнал булыу менән, уйнаусылар икеһе лә бер-береһен үҙ яғына тарта башлай һәм һыңар ҡулы менән түмәрҙе тотоп алырға тырыша. Кем үҙ яғындағы түмәрҙе элегерәк тотоп өлгөрә, шул еңеүсе була. Бау тартышырғә йәнә ике кеше сыға.

Кикрикүк
Был уйынды урамда йәки яланда уйнарға мөмкин. Уйнаусылар ике рәт булып бер-бер артлы баҫалар, алда ишһеҙ бер бала була. Ул: “Аҡтыр, күктер, бөтәгеҙ ҙә йүгеректер, кикрикүк!” – тип ҡысҡыра.
Был һүҙҙәрҙән һуң иң арттағы иш икеһе ике яҡтан алға йүгерә, ә “кикрикүк” тигән бала уларҙың береһен тоторға тейеш. Теге иш тоталмай яңынан ҡауышһа, баҫтырған бала яңынан көтөүсе була булып ҡала. Көтөүсе береһен тотһа, тотолғаны менән рәттәр алдына барып баҫа, ә ишен юғалтҡан бала, көтөүсе булып, иң алда тора һәм уйынды дауам иттерә.
Төлкө һәм тауыҡтар

Балалар үҙҙәре араһыннан «төлкө», «әтәс» һайлап ҡуялар. Ҡалғандары «тауыҡтар» була. Төлкө бер ситкә китеп үҙенә оя билдәләй. Тауыҡтар ҙа шаҡмаҡ һыҙып һарай яһайҙар һәм шунда урынлашалар. Шул вакыт әтәс ҡысҡырып ебәрә, тауыҡтар уянып һарайҙан сығалар. Әтәс тауышына үҙ ояһында йоҡлап ятҡан төлкө уяна һәм тауыҡтарға һөжүм итә башлай. Төлкөнө күргәс, әтәс тауыҡтарҙы һарайға саҡыра, ә үҙе төлкө менән көрәшкә сыға. Әгәр төлкө берәр тауыҡты тотһа, ул тауыҡ төлкөгә әйләнә, төлкө иһә тауыҡ була. Тауыҡ тотолған һайын, яңы «әтәс» билдәләнә, алдағы әтәс тауыҡҡа әүерелә.

Төлкө булмайынса ҡалған тауыҡ еңеүсе була.

Ыҫмалабаш
Ҡаҙ ҡанатынан ике ҙур ҡауырһынды алып, уларҙы һырттары менән бергә ҡуйып бәйләйҙәр. Йоҙороҡтай ыҫмаланы йомарлап, уға ҡауырһындарҙың башын теркәйҙәр. Был уйын ҡоралы тулайым ыҫмалабаш тип атала. Уны сәпкә атып, алыҫҡа ташлап йәки һауаға сөйөп уйнайҙар.
Кем ыҫмаланы сәпкә тейгеҙә йәки иң алыҫҡа ырғыта, йә булмаһа иң бейеккә сөйә, шул иң мәргән һәм көслө уйнаусы була.
Әбәк-көбәк
Уйнаусылар араһынан көтөүсе һайлана. балалар бер-бер артлы теҙелешеп тора. көтөүсе алда торған баланың усына һуғып:
Әбәк-көбәк, алтын табаҡ,
Етә алһаң, көмөш ҡалаҡ,
Етә алмаһаң, артыңа
Етмеш көрәк көл!-
ти ҙә йүгереп ҡаса, ә тегенеһе уны баҫтыра. көтөүсе, ҡасып барып, теҙелгән төркөмдөң артына баҫа алһа, баҫтырылған бала көтөүсе була. Ә инде ҡаса алмай баҫтырған балаға тотолһа, яүынан үҙе көтөүсе була; баҫтырып тотҡаны төркөмдөң артына барып баҫа. Уйын шул тәртиптә дауам итә.

Айыу-бүре юҡ икән
 Еләк йыям, ҡаҡ ҡоям
                          Әсәйемә бүләккә.
                          Бында еләк күп икән,
                          Айыу-бүре юҡ икән.
“У медведя во бору”
                              У медведя во бору
                              Грибы, ягоды беру.
                              А медведь сидит
                              И на нас рычит.
Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар ҡайтығыҙ
 Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар, ҡайтығыҙ!
 – Беҙ ҡайтырға ҡурҡабыҙ.
- Һеҙ нимәнән ҡурҡаһығыҙ?
 - Яман күҙле бүренән!
- Бүре ни эшләп ултыра?
- Тешен ҡайрап ултыра,
- Беҙҙе тешләп үлтерә.
- Дәртегеҙ булһа,
Осоғоҙ ҙа ҡайтығыҙ!
Сөрәкә уйыны
-Был уйын өсөн ике таяҡ кәрәк була. Береһен һалаһың, ә икенсеһе менән шул таяҡҡа һуғаһың. Әгәр шул һуҡҡан таяҡ ике тапҡыр әйләнеп сыҡһа, һин еңеүсе булаһың. Шулай итеп, таяҡты әйләндергән һайын берәр мәрәй йыйыла.
Уйындың әһәмиәте:
Уйын баланы көслө итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән. Физик яҡтан ыңғай тәьҫир иткән
Осто-осто
Уйынсылар теҙелешеп ултыра йәки баҫып тора. Алып барыусы оса торған һәм осмай торған нәмәләрҙе буташтырып әйтә лә ҡулын күтәрә:
-Осто-осто – торналар осто.
-Осто-осто – тырмалар осто. 
-Осто-осто – ҡарғалар осто.
-Осто-осто – арбалар осто.
Башҡалар тик осоусы әйбер әйтелгәндә генә ҡул күтәрергә тейеш. Кем осмай торған әйбер әйтелгәндә ҡулын күтәрә, шул йә алып барыусыны алмаштыра, йә уйындан сығарыла, йә берәй “яза”ға тарттырыла: йырлай, бейей, шиғыр уҡый һ.б.
Сөрәкә уйыны
-Был уйын өсөн ике таяҡ кәрәк була. Береһен һалаһың, ә икенсеһе менән шул таяҡҡа һуғаһың. Әгәр шул һуҡҡан таяҡ ике тапҡыр әйләнеп сыҡһа, һин еңеүсе булаһың. Шулай итеп, таяҡты әйләндергән һайын берәр мәрәй йыйыла.
Уйындың әһәмиәте:
Уйын баланы көслө итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән. Физик яҡтан ыңғай тәьҫир иткән
Бишташ
-Бишташ уйынын уйнар өсөн иң беренсе биш таш алырға кәрәк. Уларҙың берәүһен алаһың, ә ҡалған дүртәүһен иҙәнгә теҙеп һалаһың. Теҙгәндә дүрт ташты дүрт мөйөшкә һалыпға кәрәк. Шунан ҡулыңдағы ташты өҫкә сорғотаң* һәм шул ваҡытта икенсе ташты бергә алып өлгөрәһең. Шулай итеп дүрт ташты алып бөтәһең. Тағы таштарҙы икешәрләп һалып, тағы алаһың. Өсөшәрләп һалып тағы ла шулай алаһың. Дүртәүһен бергә һалып алаң. Ошоларҙы алып бөтөргәс, ул дүрт ташты кәртәгә индерәләр. Кәртәгә индереү шулай уҡ башҡарыла. Ошолайтып уйнайһың инде был уйынды
Себен уйыны
Биш-алты утын ағасы оҙонлоғонда таяҡ алғандар һәм ергә тағы бер таяҡ ҡаҙап ҡуйғандар. Уның башына “себен” итеп тағы бер таяҡ ҡуйғандар. Шул ергә ҡаҙалған таяҡтан алып 5-6 һыҙыҡ һыҙғандар. Һәм бер кеше таяҡтарының береһе менән иң яҡын һыҙылған һыҙыҡта тороп “себен”гә бәргән. Әгәр таяҡ “себен” торған таяҡҡа тейеп, “себен” төшә икән, һин мәрәй йыяһың һәм икенсе һыҙыҡҡа баҫып бәрәһең. Унда ла тейһә - өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә һәм башҡаларына баҫып ташлайһың. Әгәр уйын ваҡытында таяғың тейеп “себен”де төшөрмәһә, икенсе кеше уйынды башлай. Тағы ла һиңә сират килеп етһә, туҡтаған ереңдән түгел, ә киренән башлайһың. “Себен” ҡуйылған таяҡ янында бер кеше торорға тейеш. Ул көтөүсе була. Уйын шулай дауам итә.
Уйындың әһәмиәте:
Был уйын шулай уҡ унда ҡатнашыусыларҙы йыйнаҡлыҡҡа, төҙ итеп бәрә белеүгә өйрәтә.
Һуҡыр тәкә
Бер баланың күҙен яулыҡ менән бәйләйһең. Ҡалғандар бүлмә буйлап унан ҡасып йөрөй. Күҙе бәйләнгән кеше уларҙы тоторға тырыша. Тотолған кеше үҙе һуңынан «һуҡыр тәкә» булып ҡала. 
Һәпәләк
Был уйынды өс-дүрт бала ла уйнарға мөмкин. Берәүҙе, күҙҙәрен бәйләйҙәр ҙә, ишек тотҡаһына тотондоралар. Тотондороп:
Һуҡыр ағай, көтөп тор,
Ишек бауын тотоп тор.
Әбей бутҡа бешерә,
Бабай ашап бөтөрә,
Һыйырҙары баҡыра,
Быҙауҡайын саҡыра,
Үгеҙҙәре үкерә, 
Кәзәләре һикерә,
Дөбөр-дөбөр дөптәтеп,
Тир-тир титәтеп.., —
тип арҡаһынан ҡаға-ҡаға, һамаҡлайҙар ҙа ҡасып китәләр. Күҙҙәре бәйләнгән бала уларҙы тоторға тейеш. Иң беренсе тотолған бала уйынды дауам итә .
Күҙбәйләш
Уйынсылар түңәрәкләп баҫа. Урталағы икәүҙен күҙе бәйләнә. Уйынсылар шым ғына тора. Урталағының береһе: «Һин ҡайҙа?» — тип, икенсеһен эҙләй. Күҙе бәйләнгән уйынсыны түңәрәктән ситкә сығарырға ярамай. Ҡалған уйынсылар уны кәрәкле йүнәлешкә бороп ебәреп торалар. Тоторға тырышыусы уйынсыларҙы уларҙың аяҡ тауышы, тын алыш буйынса эҙләй. Күҙе бәйләнгәне кемде тота, артабан шуның күҙен бәйләйҙәр: һуҡыр килеш башҡаларҙы ул эҙәрләй башлай. Уйын шулай дауам итә. Иң ҡыҙығы шунда: тегеләр бер-береһен эҙләгәндә, түңәрәк яһап тороусы уйынсылар ҡасып китеп бөтөргә лә мөмкин. 
Йәшерәм яулыҡ
Балалар түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар. Бер бала яулыҡ ала ла йөҙҙре менән түңәрәк эсенә ҡарап ултырған иптәштәрен тирәләп көйләп йөрөй. 
Йәшәрәм яулыҡ,
 Йәшәрәм яулыҡ 
Йәшел ҡайын аҫтына. 
һиҙҙермәйсә һалып китәм 
бер иптәшем артына. 
шул арала яулыҡты берәйһенең артына һиҙҙермәйсә һалып китә. йыр бөтөп, яулыҡ һалыусы туҡтағас, барыһы ла үҙ тйрәләрен ҡарай. яулыҡ кем янына һалып ҡалдырылған - шул кеше яулык һалыусы булып ҡала. ә тегеһе уның урынына ултыра. уйын шул рәүешле дауам итә.
Мәскәй – әбей
- Бер кеше әсәй, бер кеше Мәскәй әбей, ҡалғандары балалар булып бүленәләр һәм түңәрәккә торалар, әсә кеше  балаларҙы уратып йөрөй:
«Тимер ситән үрәйем
Мәскәй әбей инмәҫкә»,-  тип һамаҡлай ҙа һөткә китә, шул  ваҡыт Мәскәй әбей тыңлап тора ла балаларҙы баҫтырып тота башлай, кем тотола - шул Мәскәй әбей затына  әүерелә бара. Уйын шулай дауам итә.
Уйындың әһәмиәте:
Шулай уҡ тормошсан уйын. Яуыз заттарға ышанмаҫҡа, юҡһа үҙең дә шундай хәлгә ҡаласағыңды төшөндөрә. Етеҙлек, көс, иғтибарлылыҡ талап ителә был уйында.
This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website