Балаларға кәрәк түгел
Күп ата-әсәләр балаларына иң һәйбәт әйберҙәрҙе алырға тырыша. Әммә был нәмәләр уларға кәрәкме – ошо хаҡта әллә ни уйланмайҙар. Ә бит ҡайһы бер әйберҙәр кәрәкмәй генә түгел, хатта зыянлы ла.
Мәҫәлән:
1. Планшетлы компьютер. Психологтар раҫлауынса, йәш быуындың заманса гаджеттарға бәйле булыуы баланы үҫтереүсе уйындарға талабын тормошҡа ашырырға ирек бирмәй. Шуға күрә планшетлы компьютерҙар бала өсөн файҙа бирмәй.

2. Уйын приставкалары. Балалар психологтары һәм педиатрҙар әйтеүенсә, уйын приставкалары үҫмерҙәрҙә һәм бәләкәстәрҙә бәйлелек тыуҙыра. Саф һауала әүҙем уйындар менән мауыҡмаған балаларҙың һаулығы ҡаҡшауы тураһында әйтеп тә тораһы түгел.

3. Телевизор. Ата-әсәләр балалары өсөн йыш ҡына махсус телевизорҙар һатып ала. Белгестәр шуны иҫкәртә: бындай осраҡта бала күп ваҡытын дәрескә түгел, ә телевизор ҡарауға бүлә. Йәнә бер хәүеф: ғалимдар асыҡлауынса, бүлмәләрендә телевизор булған балалар баш¬ҡаларға ҡарағанда өс тапҡыр йышыраҡ артыҡ кәүҙә ауырлығы менән яфалана.

4. Автомобиль. Һуңғы ва¬ҡытта махсус балалар автомобилдәренә мода барлыҡҡа килгән. Билдәле маркалағы автоконцерндар шундай авто сығара башлаған, һәм улар өлкәндәрҙекеләрҙән һис тә ар¬зан тормай. Был, әлбиттә, үтә байҙар өсөн уйынсыҡ. Бәләкәстәр бит барыбер әлегә уларҙа йөрөй алмай, үҙҙәренең ихаталарында ғына йөрө¬мәһә инде. Шуға бындай ҡиммәтле уйынсыҡҡа балаларҙың мохтажлығы ла юҡ. Тик быны аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән өлкәндәрҙең генә аңлауы шарт.
This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website