Ҡайһы бер файҙалы кәңәштәр
1. Вирустар туҙанға эләгеп, һулыш юлдары аша организмға инә. Шуға күрә өй эсен һәр саҡ таҙалыҡта тоторға кәрәк.

2. Ҡулды һабын менән йыш йыуып торған кешегә вирустар аҙыраҡ эләгә. Аҙнаға бер тапҡыр булһа ла, бөтә тәнде йыуыу мотлаҡ. Йыуынғанда ҡулланылған әйберҙәр уртаҡ булырға тейеш түгел. Теш щёткаларын бер-береһенә терәтеп тотмағыҙ.

3. Табип прививка тәҡдим итһә, унан баш тартмағыҙ.

4. Танау эсен аш тоҙо иретмәһе менән йыуҙырып, һулыш юлдарын вирустарҙан һаҡлау әмәле бар. Быны табип менән кәңәшләшеп кенә башҡарығыҙ.

5. Дүрт ҡатлы марлянан яһалған битлек менән ауыҙ-морондо ҡаплап йөрөү һауа һәм һулыш юлдары аша йоғоусан сирҙәрҙән һаҡлай. Кеше күп булған урындарҙа грипп, киҫкен респиратор ауырыу, вируслы киҫкен инфекция йоғоу ихтималлығы арта. Уйлағыҙ, күп кеше сирләп, эпидемия иғлан ителгәндә, театрға йә

This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website