Ике бала, ҡара-ҡаршы тороп, бауҙың остарын тота. Уларҙың һәр береһе яғында, ике метр алыҫлыҡта, берәр түмәр ултыртыла.
Сигнал булыу менән, уйнаусылар икеһе лә бер-береһен үҙ яғына тарта башлай һәм һыңар ҡулы менән түмәрҙе тотоп алырға тырыша. Кем үҙ яғындағы түмәрҙе элегерәк тотоп өлгөрә, шул еңеүсе була. Бау тартышырғә йәнә ике кеше сыға.
Балалар үҙҙәре араһыннан «төлкө», «әтәс» һайлап ҡуялар. Ҡалғандары «тауыҡтар» була. Төлкө бер ситкә китеп үҙенә оя билдәләй. Тауыҡтар ҙа шаҡмаҡ һыҙып һарай яһайҙар һәм шунда урынлашалар. Шул вакыт әтәс ҡысҡырып ебәрә, тауыҡтар уянып һарайҙан сығалар. Әтәс тауышына үҙ ояһында йоҡлап ятҡан төлкө уяна һәм тауыҡтарға һөжүм итә башлай. Төлкөнө күргәс, әтәс тауыҡтарҙы һарайға саҡыра, ә үҙе төлкө менән көрәшкә сыға. Әгәр төлкө берәр тауыҡты тотһа, ул тауыҡ төлкөгә әйләнә, төлкө иһә тауыҡ була. Тауыҡ тотолған һайын, яңы «әтәс» билдәләнә, алдағы әтәс тауыҡҡа әүерелә.
Төлкө булмайынса ҡалған тауыҡ еңеүсе була.