Кескәйҙәр нисек һөйләшә
Кескәйҙәр бик шаян, тиктормаҫ һәм ҡыҙыҡһыныусан була. Уларҙы бер урынға ултыртып ҡуйырмын, тимә. Бигерәк тә уларҙың телмәрен үҫтереү буйынса. Ике-өс йәшлектәргә һүҙлек һаҡламаһын күбәйтеү һәм телмәр бәйләнешен үҫтереү бик мөһим. Бындай уйындарға күберәк ваҡыт бүлһәк, баланың телмәре һәйбәт үҫешәсәк һәм уға артабан мәктәптә лә еңелерәк буласаҡ.

Ҡурсаҡ театры ойоштороу. Тәүҙә, мәҫәлән, «Йомро икмәк» әкиәте. Шунан балаға ҡурсаҡ-бейәләйҙәрҙе тотоп ҡарарға, ҡулына кейергә рөхсәт итегеҙ. Йомро икмәк иң тәүҙә ниндәй йәнлекте, артабан нимәне осратҡанын күрһәтеүен һорағыҙ. Һәр ҡайһыһы булып тауыштар сығарып ҡараһын. Йомро икмәктең йыры тураһында ла онотмағыҙ. Аҙаҡтан ғаиләлә кемгә булһа ла ошо әкиәтте икәүләп күрһәтеп ҡарағыҙ.

Ярма менән тулы һауыттан тәтәй эҙләү – бик һәйбәт уйын. Ваҡ ҡына уйынсыҡтарҙы һауыт эсенә йәшерегеҙ. Балағыҙ уларҙы ярма араһынан эҙләп ала ла нимә икәнен әйтеп, өҫтәлгә һала. Һуңынан һеҙ ҡушҡан эштәрҙе үтәй: «Төлкөнө айыу янына һал», «Тәүҙә – машинаны, шунан тупты ал» һәм башҡалар.
This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website