Минең хаҡта бер аҙ
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Матур алтын көҙ айында

Мин доньяға килгәнмен.

Татлы шишмә һыуҙарын

Тәмләп-тәмләп үҫкәнмен.

 

Моңло йырҙар тыңлап үҫтем

Ғашиҡ моңдар илендә.

Башҡорт ҡыҙы булғаныма

Бик бәхетле илемдә.

 

Кескәйҙәрем көтөп тора

Һәр көн иртән һағынып.

Шат йөҙҙэрҙе күреү менән

Дәртем тора атлығып.

 

Башҡортостан-Тыуған илем,

Ғәзиз еребеҙ беҙҙең!

Гел шатлыҡта, кыуаныста,

Үтһен көнөбөҙ беҙҙең!

Ғәлиева Г. Х.

Һөнэрем: юғары категориялы тәрбиәсе.


Педагогик стажым: 24 йыл

Маҡсатым: Һәләтле, ижади, белемле, рухлы, мәҙәниәтле шэхес тэрбиәләү.

Тормош девизым: Заман һулышын тойоп, заман менән бергә атлау, һәр саҡ алға барырға, тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яуларға.

Яратҡан шөғөлдәрем: халҡымдың бороңғонан килгән йолаларын өйрәнәм, байрам сценарийҙары яҙырға һәм үткәрергә, йырларға яратам.

Минең уңыштарым

2022 йыл. Маҡтау грамотаһы. Йыл педагогы еңеүсеһе.
2022 йыл. Сертификат. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашыу.
2022 йыл. Диплом Iстепени. «Башҡорт халыҡ милли кейемдәре. Күкрәксә»
2022 йыл. Сертификат. Республика Флешмобы «Минең милли аҙыҡ».
2021 йыл. Бөтә Донъя Башҡорттар Ҡоролтайынан Рэхмэт хаты.
2019 йыл. Грамота (МКУ ОО) Педагог года-2019 .Номинация «Педагогик дебют».
2019 йыл. Рәхмәт хаты. «Радуга талантов-2019»
2019 йыл. Маҡтау грамотаһы. Асҡын районы Администрацияһы.

Белем арттырыу

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Тәрбиәсе һөнәре — ысын мәғәнәһендә һөнәрҙәр һөнәре. Шуға күрә был һөнәрҙе һайлаған кеше үҙе лә ғәжәп дәрәжәлә тәрбиәле, белемле булырға тейеш. Сөнки ул баланы белеме менән генә түгел, килеш — килбәте, холҡо, һөйләү мәҙәниәте, яҡты йөҙө, күңел паклығы менән дә тәрбиәләй

This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website